Республикала водитель таныҡлығына имтихандар яңы ҡағиҙәләр буйынса ҡабул ителә башланы

Автодром һәм ҡала шарттарында үтәлгән һынауҙар бер көн эсендә үткәрелә. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау, йә телефон менән ҡулланыу кеүек хаталар теркәлһә, имтихан туҡтатыла. Тағы ла бер етди үҙгәреш – дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре алғы пассажир урынына күсә. Ҡала юлдарында имтихан ваҡытында авария теркәлгәндә яуаплыҡ буласаҡ водитель иңдәренә төшә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Водитель таныҡлығын алыу өсөн имтихандарға яңы ҡағиҙәләр индерелһә лә, һынауҙарҙың төп өлөшө ғәҙәттәгесә шарттарҙа үтә. Курсанттар автодром эсендә дүрт һынауҙы уңышлы тапшырырға тейеш. Автомобильде гаражға индереү, паралель парковка, эстакада һәм ҙур булмаған майҙансыҡтан боролоп сығыу. Водительдең һәләттәрен пассажир креслоһында ултырған дәүләт инспекторы баһалап бара.

Автодромдағы һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан курсант инспектор күҙәтеүендә ҡала юлдарында автомобиль йөрөтөү һәләттәрен күрһәтә. Элек автодром һәм ҡала һынауҙары төрлө көндәрҙә үтһә, яңы ҡағиҙәләр буйынса ике имтихан бер көнгә берләштерелде.

Буласаҡ водительдәрҙең машина менән идара итеү һәләттәрен баһалау пунктында өҫтәмәләр индерелде. Курстанҡа кеҫә телефонЫ менән ҡулланыу тыйыла һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары мотлаҡ рәүештә эләктерелергә тейеш. Юғиһә, имтихан шул уҡ ваҡытта туҡтатылыла.

Әлбиттә, курсанттарҙың имтихан ваҡытында борсолғанын аңлап торабыҙ, шуға ла хата ебәрелгән осраҡта автдромда һынауҙы тағы ла бер тапҡыр үтәп ҡарарға рөхсәт итәбеҙ. Имтихан ваҡытында реаль юлда авария осраҡтарын булдырмаҫ өсөн һынауҙарҙың бер өлөшө автодромда үтәләсәк.

Сергей Ломов, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының район-ара теркәү-имтихан тапшырыу бүлеге етәксеһе

Автодром һынауҙарына ингән гараж һәм парковка майҙаны шул уҡ ысулдар менән тапшырылһа ла, уларҙың майҙаны үҙгәртелде. Курсанттарға автомобиль менән бәләкәсрәк участкала идара итергә тура киләсәк. Имтихан ваҡытында ҡала юлында авария теркәлгәндә яуаплыҡ буласаҡ водитель иңдәренә төшә. Яңы законға ярашлы, имтиханға килгән курсант машина менән ышаныслы идара итергә тейеш.

Флорида Ким