Өфөнөң Киров районы буйынса ғына йәшелләндерелгән биләмәлә парковка ойоштороусыларға ҡарата көнөнә ҡырҡҡа яҡын административ протокол төҙөлә. Физик шәхестәр өсөн штраф күләме бер меңдән ике мең һумғаса булһа, юридик компанияларға 20-30 мең һумлыҡ өҫтәмә сығымдар янай.
Автомобиль хужаларын дәүләт номеры буйынса ғына түгел, алғы тәҙрәләге вин-код буйынса ла асыҡлайҙар. Әгәр ҙә штраф ваҡытында түләнмәһә, материалдар судҡа ебәрелә.
Гөлназ Хәйбуллина