Алдағы көндәрҙә Ағиҙел, Өфө һәм Дим йылғаларының күтәрелеүе көтөлә. Айырыуса ҡатмарлы хәл Өфө, Белорет, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы һәм Дыуан райондарында күҙәтелә. Бәләбәй һәм Миәкә райондарында ике күпер емерелгән. Йылғаларҙа һыу кимәле кәмей башлау менән тергеҙеү эштәре башланасаҡ. Республика башлығы халыҡты ташҡынға бәйле хәл менән таныштырып барыу өсөн көн һайын брифинг уҙғарып тороу мөһимлеген билдәләне. Бөгөндән ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Сәләм» тапшырыуынан һуң эфирға сыға башланы.
Һыу ташып өйҙәрҙең тәҙрәләренә тиклем барып еткән. Яйлап ул кәмей, әммә участкаларға барыбер кәмәлә генә барып етергә мөмкин. Баҡсасылыҡ миҙгеле быйыл һуңлап асыласаҡ, улай ғына ла түгел, ҙур эш өҫтәлә- яңы ғына яһалған ремонты менән өйҙө һыу баҫҡан, автомобиль дә һыу аҫтында.
Соловьевка баҡсасылар ширҡәте янында Өршәк һәм Үҫән йылғалары ҡушыла. Ярынан сыҡҡан йылға һыуына туң ергә һеңеп өлгөрмәгән ҡар һыуҙары ла ҡушылған. Өфө районында Булгаков ауылына ла оло һыу ингән. Бындай ташҡынды урындағылар утыҙ йылдан ашыу күргәне юҡ. Ҡырмыҫҡалы районы ауылдары Венецияны хәтерләтә. Тик кәмәләр һәр кемдең өйөндә юҡ.
Республика башлығы Радий Хәбиров ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышы үткәрҙе. Кәңәшмәлә һыу баҫыу һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү мәсәьәләләре күтәрелде. Төбәк етәксеһе һыу аҫтында ҡалған йорттар буйынса йөрөп, ҡазаға тарыусыларға кәрәкле ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Шулай уҡ йылғалар кимәле күтәрелеүе менән халыҡта ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшеүе ихтимал. Радий Хәбиров Хөкүмәткә төбәктәрҙе дезинфекция һәм таҙартыу саралары менән тәьмин итергә ҡушты.
Берҙәм Рәсәй партияһының «Туҡта, ташҡын» акцияһы сиктәрендә ирекмәндәр ҡазаға тарыусыларға аҙыҡ-түлек, йөҙөү саралары килтерә, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша. Ирекмәндәр Мәсәғүт ауылында эшләне.
Бер үк ваҡытта ташҡындан зыян күреүселәр өсөн колл-үҙәк эшләй башланы. «Туҡта, ташҡын» акцияһы сиктәрендә ирекмәндәр ҡазаға тарыусыларға аҙыҡ-түлек, йөҙөү саралары килтерә, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша. Ярҙам кәрәк осраҡта 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева