Был йәһәттән ата-әсәләрҙән төҙөлгән комиссия ағзалары мәктәп ашханаларындағы ризыҡтарҙың сифатын даими тикшерә. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол мәктәбендә лә комиссия ағзалары айына бер тапҡыр балаларҙың нисек туҡланыуҙары менән ҡыҙыҡһына.
Икенсе Этҡол ун бер йыллыҡ мәктәбендә 129 бала белем ала улар өс төркөмгә бүленеп туҡлана. Иң беренсе башланғыстар ашханаға килә. Бөгөн уларға сөгөлдөрҙән салат, дөгө бутҡаһы бешерелде. Шулай уҡ груша һәм һут таратып бирҙеләр. Яңы законға ярашлы уҡыу йылы башынан алып, башланғыстар бушлай һәм бер тигеҙ туҡлана.
4 кешенән торған комиссия ағзалары ла бутҡа, салатты тәмләне, аҙналыҡ меню , брокираж журналы менән танышты.Ашхана хеҙмәткәрҙәренең эше менән ҡәнәғәт ҡалдылар.
Тәмле итеп бешерелгән аҙыҡ уҡыуҙың сифатына ла, кәйефкә лә яҡшы йоғонто яһай.Шуның өсөн дә балаларҙы сифатлы, витаминдарға бай ризыҡтар менән туҡланыуы мөһим.