Өфө һәм Бөрө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе көтөлә

Түбәндә урынлашҡан биләмәләргә һыу үтеп инеүе ихтимал. Апрель өсөн ғәҙәти булмаған юғары һауа температураһына бәйле йылғалар ныҡ таша. Башҡортостан гидрометеоүҙәк етәксеһе Анна Козаева әйтеүенсә, ял көндәренә һауа температураһы түбәнәйә башлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Һауа температураһы түбәнәйә барыуға ҡарамаҫтан, Ағиҙел, Өфө һәм Дим йылғаларында һыу кимәле күтәрелә. Бындай күренеш өҫкө ағымда ҡар иреү менән аңлатыла. Өфөлә яҙғы ташҡынға бәйле юғары әҙерлек тәртибе иғлан ителде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов әйтеүенсә, ҡотҡарыусылар ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә әҙер, халыҡҡа аңлатыу эше алып барыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле республикала 13 районда 149 йорт ихатаһына һыу үтеп ингән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында махсус картала йылғалар кимәлен күҙәтеп барырға була.