20 апрелдә Талбазы ауылында һөт ризыҡтарын таратыу пункты эшләй башлай. Әле районда өс йәшкә тиклемге 160 балаға һөт тауарҙары бушлай бирелә. Кибеттә продукцияны һатып алырға ла була. Башҡортостанда 24 меңдән ашыу бәләкәй бала һәм 500-гә яҡын әсәгә “Һөт кухняһы” аша ризыҡтар бушлай таратыла.