Джефф Плэтт Өфөлә ҡалырға теләй

Спорт агентлыҡтары яҙыуынса, “Салауат Юлаев” клубы һәм хоккейсы яңы контракт буйынса килешкән. Ул бер йылға иҫәпләнгән. Белоруссия гражданлығы алған канада уйынсыһы “Салауат Юлаев”ҡа быйылғы миҙгелдә “Автомобилис”тан күсте. Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионатта Өфө командаһы өсөн Джеф Плэтт 22 матчта ҡатнашты һәм 10 мәрәйгә эйә булды. Әммә плей-офта әллә ни уйнай алманы.