Өфөлә алданған өлөшсөләр өсөн йорттарын һалыу дауам итә

Йыл аҙағына өс торлаҡ комплексындағы күп фатирлы йорттар файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Пугачев урамы, Инорс биҫтәһендәге йорттар 90 процентҡа әҙер, Менделеев һәм Кувыкин урамдары киҫелешендәге торлаҡ төҙөлөшө лә йылдам бара. Өфөлә 33 проблемалы объект иҫәпләнә. 3 мең ярым кеше йорт төҙөлөшөндә алданған өлөшсөләр исемлегенә индерелгән.