Балаларға энергетик эсемлектәр һатыу тыйыла

Республика парламенты киләһе  пленар ултырышта штрафтар буйынса закон ҡабул итергә йыйына. Документҡа ярашлы, ҡанун боҙоусы граждандар өсөн – 4 мең һум, вазифа биләүселәргә – 40 мең, юридик шәхестәргә   200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала. Энергетиктарҙы күп ҡулланғанда ул алкоголь кеүек үк, һаулыҡҡа, тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килтерә. Шулай уҡ депрессия башланыуға ла алып килеүе мөмкин.