Һайлауҙа эшләйәсәк күҙәтеүселәр өсөн уҡыуҙар башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы республиканың төрлө райондарында курстар ойоштора. Әле күҙәтеүселәр дүрт майҙансыҡта әҙерлек үтә. Лекцияларҙы Рәсәй йәмәғәт палатаһында оҫталыҡ дәрестәре алған штаб ағзалары уҡый.

Бөгөнгә тиклем республикала 1152 күҙәтеүсе курстар үткән дә инде. 30 июнгә тиклем бындай уҡыуҙар барлыҡ райондарҙа ла уҙырға тейеш.

Айнур Кәбиров