Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренә төштө

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаран районында «Иҙиәтуллин» крәҫтиән фермер хужалығы баҫыуҙарын туҡландырыу эштәре алып барыла. Хужалыҡтың 4600 гектар ерендә ужым, ярауай һәм техник культуралар сәселә. Ужымға һәм күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индерелә. Быйыл 650 тонна ашлама һатып алынған. Ойошма баҫыуҙарында яңы һатып алынған техника эшләй. Бер юлы тырматыу эштәре бара. Артабан заманса техника утауҙа ҡулланыласаҡ.

Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, баҫыуҙар сәсеүгә әҙер. Туҡландырыу тамамланғас та, ерҙә дым бар саҡта сәсеүгә төшәсәктәр.

Рәмилә Исмәғилева