Рейдты һалым инспекторҙары суд приставтары һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Сара барышында водителдәрҙең кредит килешеүҙәре буйынса бурыстары, түләнмәгән штрафтары, алименттары ла тикшерелде. Ведомство хеҙмәткәрҙәре күсемһеҙ милек, транспорт, ер һалымдарын ваҡытында түләргә саҡыра, кире осраҡта пенялар өҫтәлә. Эш судта дауам итһә, сығымдар тағы ла арта.
Гөлназ Хәйбуллина