Ауыл уҡытыусыларына аҡсалата ярҙам

Your browser doesn't support HTML5 video.

2019 йылдан алып Республика Башлығы указына ярашлы, ауыл ерендә эшләүсе йәш педагогтарға грант тапшырыла. 600 мең һум күләмендәге ярҙамға 35 йәшкә тиклемге белгестәр дәғүә итә ала. Өмөтбай мәктәбендә эшләүсе йәш уҡытыусы Альбина Садыҡова уҙған йыл ошо грантты алыуға өлгәште.

Альбина Садыҡова Өмөтбай мәктәбендә 6 ‐сы йыл балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул үҙ эшендә заман технологияларын ҡуллана. Шуға ла уның дәрестәрен балалар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Яңы теманы ла күпкә еңел үҙләштерәләр.

«Ауыл уҡытыусылары» өсөн грант булдырылғанын ишеткәс,Альбина Садыҡова ла үҙ мөмкинлеген һынап ҡарарға була. тәүге йыл балдары тулмай сәбәпле, төшөп ҡала.Уҙған йыл «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашып, педагог лауреат исемен яулай. Һөнәри конкурста ҡатнашыу йәш уҡытыусыға өҫтәмә балдар бирә һәм грант алыуға булышлыҡ итә.

Был грантты ауыл ерендә 2 йылдан кәм эшләмәгән йәш уҡытыусылар ала ала. Дәртләндереү йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә , уларҙың һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, педагогтар өсөн федераль кимәлдәге дәүләт программалары тормошҡа ашырыла.