Йыйынға йәмәғәт активистары, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө төбәктәренән алдынғы ҡарашлы көслө заттар саҡырылған.
Дәүләт Думаһы депутаты, «Ирҙәр ҡоро» рәйесе Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, сараны ойоштороусылар алдында ауыл ерендә йәшәүсе әүҙем ир-егеттәрҙе бергә туплау бурысы ҡуйылған. Осрашыуҙа айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә ҙур иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, төбәктең ижтимағи тормошонда ҡатнашҡан ир-аттарға «Ил терәге» наградаһын тапшырыу ҡаралған.
Илдар Байбулатов