Мәҙәни сара башҡорт фольклорсыһы Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә арналды.
Фестиваль урындағы хакимиәт башланғысы менән 2009 йылдан алып уҙғарыла, ике йылға бер үтә. Ойоштороусылар булараҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы менән республика халыҡ ижады үҙәге сығыш яһай. Сараның тәүмаҡсаты Дим-Өршәк төбәге халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыу, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлап, уларҙың һөнәри оҫталыҡтарын камиллаштырыу.
Конкурс ғәҙәттәгесә 16 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәнерәктәр араһында үткәрелде, һәр ҡатнашыусы икешәр йыр башҡарҙы. Сәхнәгә Дәүләкән, Миәкә, Шишмә райондары вәкилдәре лә сыҡты.
Фестиваль ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға ла тос өлөш индерә. Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Унда башҡорт халҡының милли кейемдәре, зауыҡлы биҙәүестәре, йорт йыһаздары ҡуйылды. Шулай уҡ сара сиктәрендә фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә фильм күрәһтелде, тормош юлын сағылдырған фотокүргәҙмә асылды.
Гөлназ Хәйбуллина