Өфөлә «Умарта» йәмәғәт үҙәгенең үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды

Ойошмала инвалидтар нәфис-һөнәрселек оҫтаханаларында шөғөлләнә. Үҙенә күрә хеҙмәт реабилитацияһы бара. Шул уҡ ваҡытта етештерелгән сувенир продукцияһын һатыуға сығарыуҙа проблемалар ҙа юҡ түгел. Эре сауҙа нөктәләре менән алып барылған һөйләшеүҙәр мәсьәләне хәл итер тип көтөлә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Иҫке кейемдәргә яңы һулыш. Мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр туҡыма киҫәктәренән сағыу ҡорама ҡорай. Илмир Сөләймәнов «Умарта» йәмәғәт ойошмаһында икенсе йыл шөғөлләнә. Бында ул эшкә кеүек йөрөй, аҙнаһына дүрт тапҡыр килә. Егет өйҙә ултырыуға ҡарағанда, төрлө түңәрәктәргә йөрөп, яңы шөғөл үҙләштереү отошлораҡ тигән ҡарашта.

«Умарта» йәмәғәт ойошмаһында шөғөлләнеүселәр үҙҙәрен бал ҡорттарына тиңләй. Ысынлап та, эш һөҙөмтәһе ҡыуандырмай ҡалмай. Шифалы балдай - сәләмәтлек өсөн файҙалы. Беренсенән, реабилитация, икенсенән, хеҙмәт мәшғүллеге. Ижади эштәр күргәҙмә эскпонаттары ғына түгел, килем сығанағы ла.

Үҙәктә ун бер һөнәрселек-художество оҫтаханаһы эшләй. Бында йәштәр үҙ ҡулдары менән эксклюзив сувенир продукция етештерә. Экосумакалар, керамик һауыт-һаба, магнит-открыткалар - ассортимент көндән көн байый ғына.

Ойошма Өфөнөң Кәрим Хәкимов урамында урынлашҡан. Ҡала үҙәгенән алыҫ, шуға продукцияны һатыу мәсьәләһе киҫкен. Йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өҫтәмә сығымдар талап итә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эре сауҙа предприятиелары менән эшлекле осрашыу ойошторҙо. Сара сиктәрендә ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле килешеүҙәр төҙөлдө. Әйтәйек, аҙна аҙағында «Умарта» йәмәғәт ойошмаһына «Арт-квадрат» ижад майҙансығында бушлай йәрминкәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Был эшкә ирекмәндәрҙе лә йәлеп итеү ҡаралған.

Осрашыу сиктәрендә Каринэ Хәбирова ойошма эшмәкәрлеген популярлаштырыу, интернет киңлектәрендә яҡтыртыу буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Сауҙа үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек мотлаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың ижады иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Килемгә килгәндә, аҡса бинаны хеҙмәтләндереү, коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарыу өсөн талап ителә. Бөгөн «Умарта» ойошмаһының йылылыҡ өсөн генә 800 мең һумлыҡ бурысы йыйылған. Шул уҡ ваҡытта ҡышҡы осорҙа бина эсендә һыуыҡ. Проблеманы өлөшләтә хәл итеү маҡсатында үҙәктә төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған.

Ремонт барышында. тәү сиратта, йылылыҡ юғалтыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Тәү сиратта, тәҙрәләр яңыртыласаҡ. Ҡуртымға килгәндә, бина өсөн айына 11 мең һумлыҡ түләүҙәр ҡуйылған. Бөгөнгө осрашыуҙа үҙәкте был сығымдарҙан бушатыу ҡарар ителде.

Наталья Полянская, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры

«Умарта» ойошмаһы элекке һөнәрселек техник училищеһы бинаһында урынлашҡан. Кабинеттар иркен, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн айырым мөхит булдырылған. Ә улар ҡаланың төрлө районынан бында осоп тигәндәй килә. Һәр ҡайһыһында ижадҡа ынтылыш, эшһөйәрлек көслө. Сәнғәт донъяһы аша кешелеккә күңел йылыһын бүләк итәләр.

Гөлназ Хәйбуллина