Абруйлы ирҙәргә - “Ир терәге” наградаһы тапшырыла

Башҡортостанда әүҙем атайҙарға ошондай йәмәғәт наградаһы тапшырыла. Иртәгә Башҡортостан ир-егеттәре форумға йыйыла. Сараның маҡсаты - ирҙәр советтарының эшен әүҙемләштереү, йәмғиәттә атай абруйын күтәреү, ти ойоштороусылар. Ҡор барышында булдыҡлы атайҙар араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәрен бүләкләү була. “Ирҙәр ҡоро” рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ирҙәр ҡоро иртәгә Өфөлә үтә. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Бәйләнештә социаль селтәрендә – “Ирҙәр ҡоро” төркөмөндә танышырға мөмкин.