Уны видеоконференция рәүешендә Рәсәй президенты Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмәлә белем биреү, медицина, эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Милли социаль инициатива нигеҙендә федераль һәм төбәктәр кимәлендә комплекслы саралар булдырылған. Проектты, ил башлығы ҡушыуы буйынса, Стратегик башланғыстар агентлығы тормошҡа ашыра. Владимир Путин әйтеүенсә, проекттың асылы - социаль өлкәне яйға һалыу. Халыҡҡа ярҙам үҙ ваҡытында һәм сифатлы атҡарылырға тейеш, ә хеҙмәткәрҙәрҙе иһә артыҡ ҡағыҙ эшенән бушатырға кәрәк. Президент милли социаль башланғыс проектының 6 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда уңышлы башҡарылып килеүен билдәләп үтте.