Республикала урман янғындары теркәлде

Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Учалы һәм Әбйәлил райондарында ут сыҡҡан. Уларҙы һүндереүгә барлығы 25 кеше һәм 8 техника йәлеп ителгән. Янғын сығыуҙың сәбәптәре ҡороған үләндең янып китеүе менән аңлатыла.  Республикала урман янғындары  хәүефе миҙгеле башланды. Белгестәр Әбйәлил, Әлшәй, Архангель, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Өфө һәм Учалы райондары урмандарында  ут сығыу хәүефе бар, тип белдерә.