Хоккейсы Родион Әмиров милли хоккей лигаһының “Торонто Мейпл Лифс” клубы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Ә “Салауат Юлаев” клубы етәкселеге уны арендаға алыу тураһында килешеү төҙөнө. Уҙған миҙгелдә баш ҡала командаһы һөжүмсеһе юлаевсылар өсөн 48 матч уҙғарҙы. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса 13 мәрәй йыйҙы.