Ауыл киләсәге ир-егеттәр ҡулында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Белорет районы Сермән ауылында өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары шундай фекерҙә. Тормош тәжрибәһен туплаған уҙамандар урындағы ижтимағи тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Йәш-елкенсәкте тәрбиәләй, тирә-яҡты төҙөкләндереүгә өлөш индерә. Аҡһаҡал һүҙенә хөрмәт бар, шуға ла улар ауылдаштарҙы берләштереүсе көс булараҡ та танылған. Сермән уҙамандары менән БЮТ каналының хәбәрселәре осрашты.

Йәш быуынды халҡыбыҙ рухында тәрбиәләү. Балаларҙың гаджеттар йоғонтоһона бирелеүе ауыл аҡһаҡалдарын борсоуға һалған. Замана шауҡымын бер аҙға булһа ла туҡтатыу маҡсаты Сермән уҙамандарын берләшергә этәрә. Улар төрлө һөнәр эйәләре.Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, механизаторҙар, малсылар. Етәкселәре элекке колхоз рәйесе Хәкимйән Хәйретдинов. Уның фекеренсә, йәштәрҙе ихласлыҡ, фиҙәҡәрлек кеүек халҡыбыҙҙың күркәм сифаттарында тәрбиәләү мөһим. Ватан алдындағы хәрби бурысты үтәүгә бәләкәйҙән әҙерлек башларға кәрәк, ололар миҫалында.

Сермән урта мәктәбе ихатаһындағы был стела ла аҡһаҡалдар башланғысы менән эшләнгән. Республика диңгеҙселәр йыйыны бүләк иткән хәрби карап якоре мемориалдың үҙәк өлөшөн биҙәй.

Өс йыл эсендә аҡһаҡалдар башҡарған изге эштәрҙән байтаҡ ҡына багаж йыйылған. Пандемияға бәйле сикләүҙәргә тиклем Сермәндәге бер генә өмә лә уҙамандарҙың өлөшөнән тыш үтмәгән.

Ауыл зыяратын төҙөкләндереү, балалар өсөн ҡышҡы уйын майҙансыҡтарын эшләү ҙә аҡһаҡалдар иңенә төшкән. Йыш ҡына улар ҡул көсөн менән түгел, һүҙе менән ярҙам итә. Улар Сермән халҡын берләштереүсе көскә әйләнгән.

Аҡһаҡалдар Сермән ауылы сәхнәһенең күптәнге йондоҙҙары. Бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Уҙамандар өҙҙөрөп гармунда уйнай, моңло итеп йырлай.

Аҡһаҡалдар миҫалында яңыраҡ ауылда ағинәйҙәр ҡоро ла эшләй башлаған. Улар ҙа ауыл уҙамандары менән бергә йәмғиәт эшендә ҡайнап йәшәргә теләй.

Элек-электән йәмғиәтебеҙҙә ирҙәрҙең абруйы ҙур булған. Был көслө зат булыуға ғына бәйле түгел. Киләсәк өсөн яуаплылыҡ тойоу, тирә-яҡтағыларға битараф булмау ир-аттарҙың төп сифаты булып ҡала. Сермән ауылы аҡһаҡалдары тап шул төшөнсәләр нигеҙендә эшләй. Маҡсаттары мәңгелек ҡиммәттәрҙе йәш быуынға тапшырыу.

Рафиҡ Әхмәтшин