Ишембай районында баҫыу эштәренә әҙерлек юғары кимәлдә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ишембай районында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек юғары кимәлдәБыл турала агроконференцияла билдәләнде. Район биләмәһендә биш ауыл хужалығы предприятиеһы, дүрт кооператив, алтмыш туғыҙ шәхси предприятие һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшләй.

Күбеһе игенселек, көнбағыш, күп йыллыҡ үләндәр үҫтереү йүнәлештәрен алып бара. Быйыл дөйөм алғанда 21 мең гектар майҙанда бөртөклө культуралар сәсеү планлаштырылған. Техник культуралар өсөн 4 мең гектар майҙан бүленгән. Яҙғы сәсеүгә 3 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән булыуы билдәле. Элиталы сорттарға баҫым яһала.

Гөлназ Хәйбуллина