Һуғыш йөҙө – гүзәл зат йөҙө түгел, тип әйтелһә лә, бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ир егеттәр менән бер рәттә батырҙарса көрәшә. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән ҡыҙҙар яу яланында, тылда ла бихисап була. Шуларҙың береһе Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе 98 йәшлек Клавдия Петровна.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш була һәм Ленинградта аҡ төндәр ваҡыты. Фашистар ҡаланы ҡамап алғас, ҡыҙҙар урамдарҙа, йорт ҡыйыҡтарында дежурҙа тора, окоптар ҡаҙый. Немец самолеттары баш осонан ғына оса һәм листовкалар ырғыта. Мәктәптә уҡығанда шәфҡәт туташы курсын тамамлаған ҡыҙ госпиталдә эшләй. Яралыларҙы бәйләй, палаталарҙы йыйыштыра, кер йыуа, һалдаттарҙың туғандарына хат яҙыша. Блокадалы Ленинградта әсәһе һәм ағаһын юғалта. Цинга менән сирләп йәш килеш кенә тешһеҙ ҡала.
Клавдия Смирнова, Бөйөк ватан һуғышы ветераны, холоҡ төҙәтеү системаһы ветераны
Әсәйҙең бер туған апаһы беҙҙең хәлде белергә килгәйне. Ҡара икмәк, һоло һәм тары ярмаһы алған. Ленинградҡа нисек ингәндер белмәйем. Әммә ул әсәйҙең һәм ҡустының үлгәне тураһында белгәс, мине алып ҡайтырға булды. Юлда беҙ бер ай һәм 10 көн барҙыҡ. Һәр станцияла аслыҡтан, ауыртыныуҙан үлгән пассажирҙары ерләп ҡалдырҙыҡ.
Артабан Клавдия Петровна хәҙерге Северодвинск ҡалаһында заводта хеҙмәт итә. Башҡортостанға ул тормош иптәше менән бергә 1952 йылда күсеп килә. Ике малай үҫтерәләр. Бергә холоҡ төҙәтеү системаһында эшләйҙәр. 21 йыл дауамында хисапсы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡан ветеранды етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотларға хеҙмәттәштәре килде.
Тормош иптәше ун бер йыл элек донъя ҡуйған. Ветеран улы менән йәшәй. Ул да холоҡ төҙәтеү системаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
Рәмилә Исмәғилева