200-ҙән ашыу журналисты берләштергән сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо. Төп баҫым тармаҡ проблемаларын асыҡлап, уларҙы дәүләт кимәлендә хәл итеүгә йүнәлтелде. Ике коллегабыҙ Гүзәл Борханова һәм Зөһрә Арсаеваға дәүләт наградалары тапшырылды. Милли журналистиканы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Бөгөн гәзит-журнал редакцияларын уртаҡ проблема борсой – тираж йылдан-йыл кәмей, уҡыусылар юғала. Интернет платформалар алғы һыҙыҡҡа баҫты, республикала йәшәүселәрҙың етмеш проценты мәғлүмәтте социаль селтәрҙәр аша ала. Милли киң мәғлүмәт саралары форумында киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары, уңышлы эш тәжрибәләре барланды. Әйтәйек, «Аҡбуҙат» журналы бер йыл эсендә генә тиражын ике тапҡырға арттырып, уҡыусылар һанын биш меңгә еткергән. Тиҙҙән баҫманың балалар өсөн ҡыҙыҡлы мобиль ҡушымтаһы ла барлыҡҡа киләсәк.
Милли киң мәғлүмәт саралары форумы ике көн дауам итте. Журналистар алдында власть органдары вәкилдәре, федераль эксперттар сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар милли журналистиканы үҫтереүгә тәҡдимдәрен дә индерҙе. Тәү сиратта, яҙылыу кампанияһын субсидиялау, редакцияларҙың матди-техник базаһын нығытыуға иғтибар йүнәлтелде. Интернет киңлектәрен яулауҙа техник ҡоралланыу мөһим. Эшлекле осрашыуҙа матбуғат йортоноң да капиталь ремонтҡа мохтажлығы билдәләнде.
2023 йылда был проблема тулыһынса хәл ителәсәк. Матбуғат йортон төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләү ҡаралған. Был турала Медиайыйында республика башлығы Радий Хәбиров билдәләне. Журналист һөнәренең абруйын арттырып, йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында, алдағы йылдарҙа хеҙмәт хаҡын да 25 процентҡа арттырыу ҡаралған. Иң мөһиме яңы мультимедиа проекттары республика бюджетынан матди ярҙам аласаҡ
Медиайыйынды ойоштороусылар булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. Форумда туған телдәрҙе һаҡлауҙа, үҫтереүҙә милли киң мәғлүмәт сараларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ булыуы билдәләнде.
Форумда милли телевидение, радионы үҫтереү мөмкинлектәре лә ҡаралды. Муниципаль студиялар ҙа иғтибарға мохтаж
Фиҙаҡәр хеҙмәткә лайыҡлы баһа. Форум сиктәрендә бер төркөм журналистарға юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында телевидение өлкәһе белгестәре күп булды.
Башҡортостан журналистарын берләштергән форум яңы еңеүҙәргә этәргес кенә. Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы йүнәлтелеүе башланғыстың уңышлы булыуын дәлилләй
Милли киң мәғлүмәт саралары туған телде, мәҙәниәтте пропагандалауға тос өлөш индергән милләт киләсәген билдәләүсе ҡорал. Уның менән дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк. Иң мөһиме - заман талаптарына ваҡытында яраҡлашыу, үҙгәрештәргә әҙер булыу.
Был йәһәттән Ғафури районында ойошторолған Медиайыйын милли журналистика өсөн яңы боролошҡа тиң.
Гөлназ Хәйбуллина