Учалы районында 4 йәшлек баланы берәҙәк эттәр өҙгөләп үлтергән...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Учалы районы Сәфәр ауылында үҙе йәшәгән йорт янында уйнап йөрөгән 4 йәшлек малайға берәҙәк эттәр ташланған.

Ауыр йәрәхәтләнгән бала ваҡиға урынында һәләк булған. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү үткәрә. Урындағы үҙидаралыҡ органдарының кешеләр именлеген тәьмин итеү һәм берәҙәк эттәрҙе аулау өсөн күрелгән саралар иғтибарға алына.

Йыл да Башҡортостанда эттәр 12 меңгә яҡын кешене тешләй. Күпселек осраҡта хайуандарҙың хужаһыҙ булыуы асыҡлана. Башҡортостан ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала берәҙәк эттәрҙ һаны 150 меңгә етә.

Рафиҡ Әхмәтшин