«Юнармия» сафы яңы көстәр менән тулыланды

Шишмә районы Әлкә-2 мәктәбенең өс тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы Ватан алдында тоғролоҡҡа ант бирҙе. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөндә улар Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенә ағза итеп алынды. Иҫтәлекле көн уңайынан йәш быуын ҡасабалағы хәрби часть менән яҡындан танышты. Ошондай уҡ мөмкинлек яҙғы саҡырылышта әрмегә алынасаҡ егеттәргә лә бирелде. Буласаҡ ил һаҡсылары менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.

Илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға, тырышып уҡырға, кеселәрҙе яҡларға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә... Йәш быуын өсөн был һүҙҙәр ябай ғына түгел, ә һәр береһенең тормош девизына әүерелгән. Уларҙы хәбри-патриотик рухта тәрбиәләүҙә «Юнармия» хәрәкәте айырыуса ҙур өлөш индерә. Әле Шишмә районында ғына 300-ҙән ашыу уҡыусы уның ағзаһы һанала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөндә йәш армиясылар сафы тағы ла яңы көстәр менән тулыланды.

Шишмә районындағы хәрби часткә яҡын көндәрҙә әрмегә алынасаҡ егеттәр ҙә саҡырылды. Килгән ҡунаҡтар өсөн биләмә буйлап экскурсия ойошторолдо. Йәштәрҙә айырыуса хәрби техникалар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әле ҡеүәтле техникаларҙың бер өлөшө Өфөлә үтәсәк Еңеү парадына әҙерләнә. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар кинология хеҙмәте менән танышты. Өйрәтелгән эттәрҙең төрлө ҡаршылыҡтарҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ үтеүе буласаҡ ил һаҡсыларында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Ошонда уҡ республиканың хәрби комиссары һәм башҡа рәсми вәкилдәр армияға алынасаҡ егеттәргә саҡырыу ҡағыҙҙары таратты. Билдәле булыуынса, яҙғы кампанияла Шишмә районынан 100-гә яҡын егет алынасаҡ. Уларҙың күбеһе хәрби бурысын Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәр тип көтөлә.

Рәсәйҙә 1 апрелдә башланған яҙғы саҡырылыш башланып 15 июлгә тиклем дауам итә. Ошо осорҙа Башҡортостанда 5 мең самаһы егет һалдат итеге кейәсәк.

Илдар Байбулатов