Юрий Гагариндың тапҡыр һүҙҙәре әле лә телдән төшмәй. Йыһанға һөйөү Циалковскийҙың тормош юлы һәм хеҙмәте тураһында сығыш әҙерләүҙән башланды, тип яҙып ҡалдыра ерҙең тәүге космонавты. Кем ул Юрий Алексеевич? Орбитанан әйләнеп ҡайтҡан беренсе космонавтың ерҙәге тәүге кисерештәре ниндәй була? Башҡортостан йыһан киңлектәренә сығыу өсөн ниндәй өлөш индерә?
Совет осоронда һәр баланың космонавт булырға хыялланыуы бер кем өсөн дә сер түгел. 12 апрель илдә генә түгел, тотош кешелек тарихында үҙенсәлекле көн. 1961 йылдан алып меңәрләгән кеше йыһан киңлегенә оса, ләкин бар йәмәғәт беренсе космонавтың исемен хәтерҙә ҡалдыра. Юрий Гагарин ғаләм, фән һәм технологик үҫеште кәүҙәләндерә. Йыһан, уның киңлектәре тураһында уйланған фантастарҙың хыялын тормошҡа ашырыусы ул. Буласаҡ космонавт 1934 йылдың 9 мартында Смоленск өлкәһенең Клушин ауылында тыуа.
Ә был ерҙә Юрий Гагарин парашюттан һикереү әҙерлеген үтә. Һарытау өлкәһендә планетаның тәүге космонавты менән бәйле урындар бихисап. Литейщик һөнәрен үҙләштергән Һөнәрселек училищеһы, тәүге самолет штурвалы артына ултырған ДОСААФ мәктәбе.
Ә инде теүәл 60 йыл элек кешелек тарихында беренсе булып Йыһанға осҡандан һуң Юрий Гагарин Һарытау өлкәһенең Смеловка ауылы янындағы баҫыуға ултыра. Әлеге көндә был урында Йыһанды яулаусылар паркы асылды. Бер йыл дауамында мемориаль-мәғариф комплексында реконструкция эштәре бара. Мөһим экспонаттарҙың береһе – ул космонавтарҙы старт майҙанына йөрөтөүсе автобус. Уның күп өлөштәре төп нөсхәһендә.
Тышҡы ҡиәфәте буйынса техника Львов заводында етештерелгән башҡа автобустарҙан айырылмай. Эсе скафандрҙағы һауаны тейешле кимәлдә тотоу ҡорамалы менән йыһазландырыла.
Биләмә 1961 йылдың 12 апреле ваҡиғаларына тап килтерелгән. Хатта һөрөлгән баҫыу ҙа шул көндө хәтерләтә.
Әйткәндәй, ул ваҡытта урында йәшәүсе Анна Тахтарова ейәнсәре Рита менән картуф сәсеп йөрөгән. Тап улар янына Юрий Гагарин парашют менән төшә лә инде. Беренсе космонавты ҡаршы алыусы Рита ханым хәтирәләре менән бүлеште. Өләсәйемдең «ҡайҙан килеп төштөң ул?» тигән һорауына Юрий Алексеевич «караптан» тип яуапланы. Һыу алыҫта бит ниндәй карап булһын, тип өләсәйем аптырап китте, ти космонавты ерҙә ҡаршы алған ҡыҙ.
Был фотоһүрәттәр барыһына ла таныш. Беренсе космонавтың ергә төшкәс тәүге минуттарын башҡорт кинооператоры Мәхмүт Рафиҡов төшөрөп ала.
Парашютта Волгаға төшмәҫ өсөн, ергә ултырыу траекторияһын үҙгәртеү маҡсатында Юрий Гагарин үҙенән кәрәк булмаған әйберҙәрҙе ташлай. Был алымға космонавтраҙың беренсе отряды уҡытыусыларының береһе Михаил Максимов өйрәтә. Әлеге көндә сәйер кеүек күренһә лә, СССР-ҙа оҙаҡ ваҡыт Гагарин төшөрөлә торған аппараттан алыҫыраҡ ергә төшкәне йәшерелеп йөрөтөлә. Ысынында иһә беренсе космонавт капсула эсенән ерҙән 7 километр бейеклектә булған уҡ катапульталана. «Восток-1» карабының төшөрөлә торған аппараты – 1961 йылдағы ваҡиғаларҙың айырылмаҫ өлөшө. Ҡоролма үҙенең тарихи урынына ҡайтарылды. Бөгөн уны яңы ғына орбитанан әйләнеп ҡайтҡан формаһында күрергә мөмкин.
Күргәҙмә павильоны ла уникаль әйберҙәр менән тулылана. Мәҫәлән, стационар телефон, уның аша беренсе космонавт хөкүмәткә ергә уңышлы ултырыуы хаҡында хәбәр итә. Космонавтика көнө, кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуының 60 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнде. Ә инде Гагариндың ергә ултырған урыны төрлө ил һәм төбәктәрҙән космос һөйөүселәр генә түгел, башҡаларҙы ла йәлеп итте.
Космонавт һөнәрен мәңге студент эше менән сағыштырырға була, ти йыһанда 83 тәүлек үткәргән Сергей Залетин. Космонавтарҙың беренсе отрядын әҙерләү хәҙерге әҙерлектән һис шикһеҙ айырыла. Быға тиклем ауырлыҡ юғалтыу шарттарында нимә булырын аныҡ ҡына билдәләү ауыр була.
Ерҙә йәшәүселәрҙән беренсе булып йынһан киңлектәрендә булғандан тыш, Юрий Гагарин бөтә донъяны урап сыға, тип әйтергә мөмкин. Һәр урында көтөп алынған ҡунаҡ. Ҡыҙғанысҡа, Өфөлә ул бер тапҡыр ҙа булмай. Ләкин легендар космонавт менән Башҡортостандың күп урындары бәйле. Һәр районында тиерлек Гагарин урамдары бар. Өфөлә беренсе космонавт иҫтәлегенә бюст асыла, йорт бинаһында граффити төшөрөлә. Төбәктең ҙур предприятиелары космонавтика өлкәһен тәьмин итеү маҡсатында эшләй.
Башҡортостан туранан-тура илдең авиация һәм космонавтика тармағы менән бәйле. Рәсәйҙә ракета двигателдәре өсөн яғыулыҡ етештереүсе берҙән-бер предприятие Салауат ҡалаһында урынлашҡан. Бынан тыш, космонавтарҙың туҡланыу рационында башҡорт балы ла бар.
Меңәрләгән кеше күккә ҡарап, унда күтәрелергә хыялланған, йондоҙҙарға ынтылған. Нәҡ беҙҙең ил Ғаләмгә юл һалды. Әлеге көндә ғәҙәти тормошҡа ингән интернет, спутник телевидениеһы, һауа торошо, карта һәм навигация тап тәүге тапҡыр йыһанға осоу арҡаһында ла мөмкин була ла инде. Тармаҡҡа индерелгән яңы технологиялар ҙа йәмғиәткә хеҙмәт итә. Юрий Гагарин беҙҙең замандаш һәм әкиәти батыр кеүек тә һынлана. Космонавтика көнө ниндәйҙер мәғәнәлә Рәсәй көнө кеүек тә ҡабул ителә. Беҙ бында мәңге беренсе һәм был мәғлүмәти үҫешкә көс бирә.
Әлфинә Килдейәрова