24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола

Быйыл диктант тексын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм музыканттар – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, рок башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡый. Диктант онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа уҙғарыла.