Яңы суммалағы түләүҙәр өсөн документтарҙы йыл аҙағына тиклем тапшырырға мөмкин. Түләүҙәр иһә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ айҙар өсөн дә була. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдерәләр. Килеп тыуған һорауҙар буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтырата алаһығыҙ. Телефон: 200-80-80, код-347.