Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында бөгөн-иртәгә ташҡындың иң көслө мәле көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре ошондай фараз бирә. Һыуҙың иң ташҡан мәле ике-өс көнгә һуҙыла, унан ул кәмей башлай. Йыһандан төшөрөлгән видеояҙмалар буйынса, тау йылғалары әле тулыһынса ташмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала меңдән ашыу йорт алды һәм баҡса биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Һәләк булыусылар юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығында “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған. Ташҡынға бәйле һорауҙарҙы 233-99-99 телефоны буйынса ҡабул итәләр. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.