24 апрель – Берҙәм экологик саралар үткәреү көнө

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Ошо шәмбе республикала Бөтә Рәсәй өмәһе һәм Таҙалыҡ көнө ойошторола. Шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһына старт бирелә. Уның барышында 100 меңдән ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла. Мәҫәлән, Кушнаренкола районға 90 йыл тулыу айҡанлы баҡса барлыҡҡа килә. Асҡын районында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы уңайынан аллея булдырыла, унда сирень ҡыуаҡтары ултыртырға ниәтләйҙәр.