Өфөлә 8 йәшлек бала машина аҫтында ҡалған

Был турала юл полицияһынан хәбәр итәләр. Малай самокатта ҡапыл ғына юлға килеп сыҡҡан. Водитель уны күрмәгән. Бала имгәнгән. Табиптар тейешле ярҙам күрһәткәндән һуң уны өйөнә ҡайтарған.

Республикала көн һайын тиерлек балалар ҡатнашлығында юл ҡазалары теркәлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүенсә, уларҙың күбеһендә өлкәндәр ғәйепле. Балаларға мопед, мотоцикл, хатта самокатта йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк, ти автоэксперт Хәлим Әйүпов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйткәндәй, бөгөн велосипед көнө билдәләнә.