Республикала коронавирус йоҡтороусылар 98-гә артты

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  әле стационарҙарҙа 169 пациент дауалана. 29 кешенең хәле ауыр тип баһалана, 7-әүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Һуңғы тәүлектә 3 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары 421-кә етте.