Өфө нисек үҙгәргән? Google ошо һорауға яуап табырға ярҙам итә

“Ер” тип аталған сервиста, таймлапс тәртибендә, 1984 йылдан башлап булған үҙгәрештәрҙе күрергә була. Масштабты арттырғанда, йылдар дауамында барлыҡҡа килгән яңы бина, урам һәм биҫтәләр күренә.   Гугл белгестәре интерактив карта ярҙамында, кешенең планеталағы климат һәм  ландшафтты үҙгәртеүен күрһәтергә теләгән.