Иҫкәртелгән бәлә. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Ҡоро һәм еләҫ көндә уттың тиҙ таралыуына Баймаҡ районы халҡы уҙған ял көндәрендә шаһит булды. Ҡауланға төшкән осҡон тиҙ арала сүп-сара полигонында тарала. Һөҙөмтәлә ул ҡаланың көньяҡ биҫтәһенә хәүеф тыуҙыра. Хәбәрсебеҙ Салауат Заманов дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө янында ҡоро үлән яныуы теркәлгән. Нуғай ҡасабаһы янында ут 2 гектар ерҙе ялмап алған. Ваҡиға урынында 32 кешенән торған янғын һүндереү төркөмө эшләй. Йорттарға һәм халыҡҡа хәүеф янамай.