Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды рейтинг әҙерләгән. Унда тотороҡло үҫеш юлында булған 25 төбәк күрһәтелгән. Беҙҙең республика исемлектә 22-се урынға ҡуйылған. Рейтингта тәүге бишәү араһында Мәскәү ҡалаһы, Төмән, Ленинград, Мәскәү өлкәләре һәм Ямал-Ненец автономиялы округы. Тикшеренеү барышында эш хаҡы, сәнәғәт етештереү индексы, дәүләт бурысы һәм башҡалары иҫәпкә алынған. Әйткәндәй, иң ҙур эш хаҡы Магадан өлкәһе, Чукотка һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында. Башҡортостан был күрһәткес буйынса 36-сы урында.