Коронавирус үткәргән 4 мең 600 кеше донор булып үҙ ҡаны менән бүлешкән. Был аҙым меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеге биргән.
Бөгөн Өфөлә уҙған 13-сө Бөтә Рәсәй Ҡан хеҙмәте форумында билдәләнеүенсә, пандемия шарттары илдә донорлыҡ системаһының ныҡлы үҫешеүен һәм ышаныслы баҫып тороуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлаған. Башҡа дәүләттәрҙән айырмалы Рәсәйҙә донацияларҙың кәмеүе күҙәтелмәгән.
Форумды үткәреү урыны итеп Башҡортостан һайланыуы ла осраҡлы түгел. Республика ҡан тапшырыу станцияһы эш һөҙөмтәләре буйынса илдә иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. Форумда 80 төбәктән эксперттар ҡатнаша, улар фекер алыша, эш тәжрибәһе менән бүлешә. Күләмле сараларҙа ҡатнашыусыларҙы бөгөн республика башлығы ла тәбрикләне.
Радий Хәбиров ил өсөн ҡатмарлы мәлдә ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы үтәп сыҡҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Донорҙарға ла айырым рәхмәт. Һеҙ пандемия башланыу менән ковидҡа ҡаршы плазмалар банкын тултырыу тураһындағы үтенескә битараф ҡалманығыҙ, тине республика башлығы.
Рәмзиә Кәримова