Сараға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ байрамын үткәреүҙә ҙур өлөш индергән яҡташтар саҡырылды.
Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 710 меңдән ашыу кеше саҡыртыла. Уларҙың яртыһы фронт яланында ятып ҡала, ә 50 меңгә яҡын һалдат төрлө йәрәхәттәр менән ҡайта. Бөйөк Еңеүҙе яулауға республика халҡы ниндәй ҙур өлөш индереүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һалдат һәм ветерандарҙың исемен мәңгеләштеү, йәш быуында патриотик тәрбиә биреүҙә башҡарған эштәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ , тип билдәләне осрашыуҙа Алексей Касьянов.
Осрашыуҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ байрамын үткәреүҙә ҡатнашҡан активистар бүләкләнде. Төбәктең патриотик хәрәкәте вәкилдәренә Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе Антон Вайно исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында «Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов та бар. Әйткәндәй, быйыл «Үлемһеҙ полк» сафына 400 меңдән ашыу кеше баҫасаҡ. Халыҡ акцияһы бер юлы онлайн һәм традицион форматта уҙа.
Әлфинә Килдейәрова