Өфөнөң Чесноковка ауылы һәм яҡын биләмәләрҙә йәшәүселәргә уңайлы мөмкинлектәр

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мәктәп урамындағы 2/2 сауҙа үҙәгендә күп функциялы үҙәк бүлексәһе эшләй башланы. Бүлексәлә ике тәҙрә эшләй. Чесноковка ауылына яҡын тороусылар документҡа бәйле мәсьәләләрҙе ошо офиста тыныс шарттарҙа хәл итә ала. Бында халыҡҡа 320-нән ашыу муниципаль хеҙмәт күрһәтеү ҡаралған. Хәүефһеҙлек саралары ла күрелә.

Чесноковка ауылында асылған яңы бүлексәгә иртә менән тәүге клиенттар ағылды. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ултырғыстар дистанция һаҡлап ҡуйылған. Сират юҡ. Документ юллау өсөн ҡалаға барып ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй. Бөтәһе лә урында хәл ителә.

Гүзәл Борханова