Өфөнөң Октябрь районында белем алған кадеттар тәүге балға йыйылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Кадет балы. Хәрби һөнәр менән бергә эстетик зауыҡ тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған сара Рус академия драма театрында үтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Быуаттар төпкөләнән килгән йоланы тергеҙеү-кадет синыфтарында уҡыған үҫмерҙәр өсөн бик мөһим. Әйтергә кәрәк, кадет хәрби өлкәлә яҡшы физик әҙерлекле булыуҙан тыш, бал бейеүҙәрендә ыҫпай һәм һөйкөмлө булырға тейеш. 88-cе мәктәптең кадет класында белем алыусылар был хаҡта яҡшы хәбәрҙар.

Рәсәй кадеттары тарихына нигеҙ 1701 йылда һалына. Батша Петр беренсе Лейпциг парадтарының береһендә тигеҙ сафта барған кадет корпусы тәрбиәләнеүселәрен күрә. Күп тә үтмәй Навигац мәктәбен, һуңынан инженер һәм артиллерия кадет корпустарын аса. Өфөнөң Октябрь районы кадет мәктәптәрендә лә быуаттар төпкөлөнән килгән традицияларға нигеҙ һалына. Хәрби юлды һайлаусылар тәрән белемле, физик яҡтан сәләмәт һәм көслө рухлы булһындар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Ниәттәре-кадет тормошоноң алыштырғыһыҙ өлөшө булған балдарҙы киләсәктә киң ҡолас менән үткәреү.

Сара сиктәрендә Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте һәм «Рәсәй офицерҙары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү нигеҙендә йәштәр араһында хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү , хоҡуҡи белем кимәлен үҫтереү, хәрби-патриотик саралар даирәһен киңәйтеү кеүек маҡсаттар тора.

Өфөнөң Октябрь районының биш мәктәбендә 248 кадет белем ала. Кадеттар хәрби тарихты, хәрби әҙәбиәтте, журналистиканы, ҡул көрәшен һәм бал бейеүҙәрен өйрәнә. Улар бөгөн ҡатын-ҡыҙға мәҙәниәтле мөнәсәбәтте, эстетик зауыҡ, үҙеңде йәмғиәттә тотоу өлгөһөн күрһәтте.

Гүзәл Борханова