Башҡортостан Башлығы һәм уның ғаиләһе килеменә бәйле мәғлүмәт төбәк етәксеһе сайтында урынлаштырылған. Каринэ Хәбирова былтыр яҡынса 4 мең һум эшләгән. Хәбировтар ғаиләһе милкендә ер участкаһы, йорт, гараж һәм ике фатир бар. Бынан тыш, Радий Хәбировтың декларацияһында дәүләт дачаһы һәм фатиры күрһәтелгән.