Алан Марзаев Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде

Радий Хәбиров шул турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Алан Марзаевҡа 48 йәш, ул Төньяҡ Осетияла тыуған. Быға тиклем Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры булды.