Мәктәптәрҙә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы бара

Маҡсаты – уҡыусылар, ата-әсәләр, мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында дөрөҫ туҡланыу һәм сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу. Белем усаҡтарында бының өсөн төрлө тематик саралар, викториналар, клас сәғәттәре үткәрелә. Аҙналыҡ 23 апрелдә “Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн” девизы аҫтында Асыҡ ишектәр көнө менән тамамлана.