Башҡортостан республикаһының 2021-2026 йылдарға иҫәпләнгән аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте концепцияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә яңы етештереү ҡеүәттәре булдырыу планлаштыра. Бының өсөн кесе бизнесты үҙгәртеп ҡороу күҙаллана. Ауыл хужалығы министрлығы яғынан кесе бизнесҡа ярҙам итеү буйынса алты программа эшләй. Концепцияға ярашлы, килем менән эшләгән предприятиеларға финанс ярҙам да арттырыла. Хәҙер ул 14 миллион һумға тиклем күтәрелә.