Өфөнөң Кооператив яланы биҫтәһендә йәшәүселәр хәүефһеҙ урынға күсерелә

50-нән ашыу йорт алды участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Бында йәшәүселәр Өфө дәүләт авиация-техник университеты шифаханаһына урынлаштырыла. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов белдереүенсә, 4 юлға һыу сыҡҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һыу сығыу арҡаһында Ленин районында йәшәүселәр өсөн дә ҡыйынлыҡтар тыуған. Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Романовка һәм Козарез ауылдары араһындағы юл һыу аҫтында ҡалған.