Азалия Әминева алдан уҡ юниорҙар араһында донья чемпионатының бронза миҙалына лайыҡ булды

Польшала уҙған ярышта ул Украина спортсыһы Марина Стойконы 5-0 иҫәбенә еңде. Ярым финалда яҡташыбыҙ Чехиянан Виктория Тересжак менән көс һынаша.