Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетында Ғалимдар советы ултырыштары үтте. Осрашыуҙа республика етәксеһе яҡтар өсөн мөһим үҙгәреш буласағы, «Өҫтөнлөк- 2030» стратегик академия лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Фекер алышҡандан һуң вуздар коллективы Башҡортостанда яңы ҙур университет булдырыуға күпселек тауыш бирҙе.
Радий Хәбиров ғалимдар советы ағзаларын сәләмләп, Башҡорт дәүләт университетына бәйле осорҙо тормошондағы иң ҡәҙерле мәл булыуын билдәләне. Шулай ҙа ни тиклем генә бөгөн вуз көслө булмаһын, фән өлкәһен яулар өсөн берләшергә, үҙгәрергә ваҡыт. 110 йыллыҡ тарихы булған классик юғары уҡыу йортоноң киләсәге - ғилми хеҙмәткәрҙәр, тәжрибәле педагогик коллектив ҡулында.
Тап улар Өфө дәүләт авиация техник университетына ҡушылырғамы-юҡмы тигән һорауға нөктә ҡуясаҡ. Вуздар берләшкән осраҡта - «Өҫтөнлөк- 2030» стратегик академия лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Вуздарҙың ҡушылыу ихтималлығы ауыр ҡарар. Шулай ҙа Рәсәй юғары белем биреү һәм фән үҫеше стратегияһында балҡыр өсөн көстәрҙе бер йүнәлештә туплау мөһим. Башҡорт дәүләт университетының ғалимдар советы ағзалары ла Радий Хәбировтың башланғысын күпселек тауыш менән хуплап сыҡты. Республика етәксеһе үҙ сиратында юғары уҡыу йорттарының берләшеү процессы ябай булмауын, шул уҡ ваҡытта уны еңелерәк үткәреү өсөн барлыҡ саралар күреләсәген билдәләне.
Радий Хәбиров Өфө дәүләт авиация техник университетының ғалимдар советы ағзалары менән дә осрашты. Юғары уҡыу йорто ректоры Сергей Новиков үҙ сығышында һуңғы йылдарҙа республика вуздарының үҫеш темптары кәмеүен билдәләне.
Белем биреүҙә яңы йүнәлештәр асыу, халыҡ-ара кимәлдәге белгестәрҙе йәлеп итеүҙә лә проблемалар бар. Шуға күрә юғары уҡыу йорто үҫешендә етди аҙым яһау мөһимлеге билдәләнде. Ғалимдар советы ағзалары ла күпселек тауыш менән Башҡорт дәүләт университетына ҡушылыуҙы хуплап сыҡты. Радий Хәбиров ике вуз тарафынан да дөрөҫ ҡарар ҡабул ителеүенә ныҡлы ышаныс белдерҙе.
Тағы ла бер ҡарар – берләшкән университетҡа Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеш регуляторы Ғилми-тикшеренеү институты ла тапшырыласаҡ. Әле ул Башҡортостан Фәндәр академияһы ҡарамағында. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә ойоштороласаҡ IQ-парктың киләсәге лә билдәләнде. Проект өҫөндә бөгөн «Сколково» фонды белгестәре эшләй.
Университеттарҙың берләшеүе фән үҙәнен нығытасаҡ ҡына. Өфө үҙәгендә, Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүендә заманса вуз-ара кампус төҙөлөшө лә планлаштырылған. Унда ятаҡтар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдарҙың йорттары, ғилем донъяһының үҙәге буласаҡ. Радий Хәбиров Республика Хөкүмәте тарафынан юғары уҡыу йорттарында фән үҫешенә 75-әр миллион һумлыҡ дүрт грант булдырылыуын да билдәләне. Был яңылыҡты ла ғалимдар советы ағзалары хуплап ҡабул итте.
Гөлназ Хәйбуллина