Йыл һайын 15 яңы хирургия алымы

17 меңдән ашыу әмәлиәт һәм 13 мең стационарҙа дауаланған кеше. Былтыр ғына республиканың кардиология үҙәге мең ярымға яҡын пациентты йөрәк ритмы боҙолоуынан арындырған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан табиптары тотош илдә дүртенсе урында. Быйыл медицина учреждениеһы ойошторолоуға 40 йыл. Кардиология үҙәге табиптары был иҫтәлекле датаны тантаналы ултырыш менән билдәләне.

Арыҫлан бөгөнгө тантананың иң кесе һәм төп тамашасыһы. Бер айлыҡ ҡына сағында йөрәгенә операция эшләткән малай табиптар менән хәҙер туғанлашып бөткән. Ә бит сабыйҙың йүнәлеп китеүенә күптәр ышанмаған да. Сөнки бындай патология менән оҙаҡ йәшәү миҫалы һирәк.

Арыҫландың сәләмәтлеге бөгөн арыҫландыҡылай. Теремек малай сәхнәгә сығып кардиологияны үҫтереүгә ҙур көс һалыуы өсөн республика етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Радий Хәбиров үҙ сиратында табиптарға йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе. Бөгөн һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре, тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеге алған меңәрләгән кешеләр өсөн рәхмәт белдерәм, тине төбәк башлығы.

Республиканың кардиология үҙәге табиптары йылына ғына 17 мең операция башҡара. Ә инде йылдан -йыл яңы әмәлиәт алымдары ҡулланыла. 2013 йылдан бирле кардиоүҙәктә йөрәкте күсереү буйынса операциялар яһала башланы. Киләсәктә медицина учреждениеһының мөмкинлектәре тағы ла артасаҡ ҡына.

Әле республиканың кардиология үҙәге йөрәк ауырыуҙарын дауалауға махсуслашҡан илдә иң яҡшы биш медицина учреждениелары исемлегендә. Яңы корпустар барлыҡҡа килеү менән медицина һәм фән яңы кимәлгә сығасаҡ. Хирургия үҙәгендә бөгөн төҙөлөш эштәре 60 процентҡа башҡарылған. 2022 йылда ул тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ.

Айнур Кәбиров