Ауыл старосталары араһында грантҡа конкурс иғлан ителеүе ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Республика Хөкүмәтенә ошо хаҡта тәҡдим әҙерләгән. Ауыл старосталары тураһындағы законды ғәмәлгә ашырыу буйынса бөгөн парламент тыңлауҙары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, старосталар биш йылдан ашмаған ваҡытҡа тәғәйенләнә. Йәмәғәт башланғысы рәүешендәге эш өсөн аҡса түләнмәй.

Парламентарийҙар муниципалитеттарҙа "Иң яҡшы староста", "Йылдың иң яҡшы старостаһы" һәм "Башҡортостандың иң яҡшы старостаһы" конкурстары уҙғарыу яҡлы. Шулай уҡ төрлө проекттар аша финанс ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ҡарала. Республикала 3679 староста иҫәпләнә. Улар ауылдарҙа байрам саралары уҙғара, өмәләр ойоштора, халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреп сыға.

Рәмилә Исмәғилева