Һуңғы тәүлектә Ағиҙел йылғаһының ярҙарынан сығыуы һөҙөмтәһендә Өфөнөң Кооператив яланында 50-нән ашыу йорт алды участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Оло ерҙән айырылған Козарез ауылында ла хәл еңелдән түгел. Ә бына Дыуан районы үҙәгендә йәшәүселәр зыян күләмен иҫәпләй. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Өфөнөң Кооператив яланы Венецияны хәтерләтә. Дим йылғаһының ярҙарының сығыуы һөҙөмтәһендә Кесе йылға аръяғы урамы һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар көсө менән өлкән йәштәге ике кеше ваҡытлыса икенсе урынға күсерелгән. Ҡалған граждандар әлегә өйҙәрен ташлап китергә йыйынмай.
Һуңғы тәүлектә Өфө эргәһендә Ағиҙелдең кимәле 10 сантиметрға күтәрелгән. Әммә ҡотҡарыусыларҙы Дим йылғаһында һыу кимәленең ҡапыл артыуы борсой. Бер көн эсендә ул 18 сантиметрға артҡан. Алдағы көндәрҙә хәлдең тағы ла киҫкенләшеүе көтөлә.
Ҡазаға тарыусылар өсөн асыҡ һауала сауҙа ойошторолған. Аҙыҡ-түлек, тәүге кәрәк-яраҡтарҙы урында уҡ һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ һыу аҫтында ҡалған йорт хужаларын кәмә менән ташыу мәсьәләһе хәл ителгән.
Өфөлә һыу кимәле күтәрелгән арала, Мәсәғүттәге көслө ташҡынға бер аҙна ла үтеп киткән. Шишәмбе Әй йылғаһында боҙ тығылыуы һөҙөмтәһендә алты тиҫтәләп йорт, кибет һәм 160 ихата тулыһынса һыу эсендә ҡалды. Оло һыу ҡайһы бер өйҙәрҙең тәҙрәһенә тиклем барып еткән. Ҡотҡарыусыларға бәләгә тарыусы ҡайһы бер кешеләрҙе күтәреп сығарырға тура килгән.
Аҙна дауамында районда ташҡын эҙемтәләре бөтөрөү эштәре барған. Был йәһәттән Дыуандарға Өфөнән һәм күрше райондарҙан да ярҙамға килгәндәр.
Алдағы көндәрҙә Әлшәй, Шишмә һәм Дәүләкән райондарының ҡайһы бер ауылдары ла һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Әле Дәүләкән районында дүрт йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан. Белгестәр билдәләүенсә, былтыр ташҡындың иң юғары нөктәһе 4 майҙа теркәлгән. Быйыл ул 3-4 көндән үҙенең максималь кимәленә етергә тейеш.
Илдар Байбулатов